Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Сергей Петров Владивостокта халыҡ-ара марафонда еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Владивостокта өсөнсө халыҡ-ара марафон уҙҙы, унда 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

42,2 саҡрымлыҡ арауыҡта ир-егеттәр араһында Башҡортостандан Сергей Петров еңеүсе булды, уның һөҙөмтәһе – 2 сәғәт 24 минут 27 секунд. Икенсе урынды Владивостоктан Роман Исаев яуланы (2:35.32). Өсөнсөлә – Япониянан Сакамото Томонори (2:38.10).

Марафон дистанцияһын үткән һәр ҡатнашыусы финишта миҙал алды. Бүләк фонды — 1 миллион һум — билдәләнгән арауыҡтарҙа тәүге өс урынды алған ҡатнашыусылар араһында бүленде.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Хабаровскиҙан Наталья Сергеева иң шәбе булды  (2:40.49). Икенсе урын — Яҡутстан вәкиле Надежда Гоголевала, уның һөҙөмтәһе — 3 сәғәт 3 минут. Приморье крайынан Виктория Мячикова өсөнсө булып килде — 3:3.51.

2017 йылда марафон дистанцияһында Яңы Воронеждан Сергей Попов еңеү яулағайны (2 сәғәт 24 минут 20 секунд), уның артынса Владивосток спортсыһы Евгений Бушков килде  (2:24.59), пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына Өфөнән Андрей Сафронов күтәрелде (2:29.2).

Сергей Петровҡа 28 йәш. Ул Өфө районының Чесноковка ҡасабаһында йәшәй. Марафонда  #Йүгереүсе айыу клубы исеменән сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1215256-zhitel-bashkirii-sergey-popov-pobedil-na-mezhdunarodnom-marafone-vo-vladivostoke/

Теги: марафон
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть