Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Урал транспорты» халыҡ-ара форумы уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

26-28 сентябрҙә Өфөлә III«Урал транспорты» халыҡ-ара форумы уҙа.

Осрашыуҙа эксперттар юл-транспорт тармағын үҫтереү йүнәлештәрен, проблемаларын һәм мөмкинлектәрен тикшерә.

Сараны «Башкиравтодор» һәм «Дортрансстрой» компаниялары булышлығында Башҡортостан Республикаһының Транспорт дирекцияһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты үткәрә.

Форумдың төп ваҡиғаһы — Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы етәкселеге ҡатнашлығында «Азиянан Европаға транспорт күперен тергеҙеп. Үҫеш нөктәләре»  пленар ултырышы. Төбәктәрҙе юл өлкәһендәге Хөкүмәт-ара килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү маҡсатында Азия һәм Тымыҡ океан өсөн иҡтисади һәм социаль комиссия ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторола, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Иҡтисади һәм Социаль советының биш төбәк комиссияһының береһе булып тора.

Форум барышында автомобиль, авиация, тимер юл һәм йылға транспорты, шулай уҡ юл-төҙөлөш комплексының эшләүенә һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған секциялар уҙғарыла.

Күргәҙмәлә тармаҡ предприятиеларының яңы тауарҙарын һәм ҡаҙаныштарын күрергә була: «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «УРАЛ» автомобиль заводы, ГАЗ төркөмдәре вәкилдәре үҙ продукцияһы менән таныштыра. Экспонаттар араһында — MERCEDES, ISUZU, RENAULT, ПАЗ, IVECO коммерция транспорты, «Меркатор», «Ярославич», «Спецмаш», «Башдизель», «ГрандАвто», «Француз», ELF, «Ремстройдормаш» компанияларының махсус техникаһы.

Тәүге тапҡыр күргәҙмәлә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты ҡатнаша. Компанияның стендында халыҡ-ара стандарттарға ярашлы аэропорт биләмәһендә планлаштырылған барлыҡ үҙгәрештәр менән танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1215252-v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-forum-transport-urala/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть