Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йыйылған штрафтар буйынса «рекордсы» водителде ҡулға алған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Ғафури районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 26 йәшлек урындағы йәшәүсене ҡулға алған. Водитель – ҡыҫҡа ваҡыт арауығында йыйылған штрафтар буйынса «рекордсы»: база 79 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы күрһәткән.

«Инспекторҙар уға 14 тапҡыр тәҙрәләрҙең яҡтылыҡты үткәреүгә бәйле талаптарҙы боҙоуын күрһәткән, 65 тапҡыр ул үҙенең «Приора»һында тиҙлекте арттырыу өсөн «Кречетов» объективына эләккән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Бөтәһе 50 мең һумдан ашыу суммаға штраф йыйылған. Водитель уларҙы түләргә ашыҡмаған. Һөҙөмтәлә ул ошо өсөн мотлаҡ эштәр формаһында яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уға штрафтарҙы ла түләргә тура киләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1215299-v-bashkirii-sotrudniki-gibdd-zaderzhali-voditelya-rekordsmena-po-nakoplennym-shtrafam-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть