Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Татарстан башҡорттары Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Татарстан башҡорттары Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримде (1919-2015) хөрмәтләп иҫкә алды.

Сара Түбәнге Кама ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда үтте. Яҙыусы үлгән көндө «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ағзалары йыйылды.

«13 йыл эргәбеҙҙә бөйөк Мостай Кәрим юҡ» кисәһенә килгәндәр халыҡ шағирының биографияһы һәм ижады менән танышты.

«Мостай Кәримдең шиғырҙарын ҙур тулҡынланыу менән рус, татар, башҡорт телдәрендә уҡынылар, яҙыусы менән шәхсән аралашыу тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Уның нисек китаптар бүләк итеүен һөйләнеләр, Түбәнге Камала бергәләп «Етегән шишмә» әҙәби-музыкаль кисәне уҙғарыуҙарын хәтергә төшөрҙөләр», —тип һөйләне «Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Ғәли Хәсәнов. — Мостай Кәримдең хәтер кисәһе йылы тәьҫораттар бүләк итте, ул оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр».

«Беседы с мудрецами» циклынан Мостай Кәрим тураһында документаль фильм сарала айырым урын алды.

Ғәҙәттәгесә, кисәнең рәсми өлөшөнән һуң, бәлеш һәм ғөбәҙиә менән сәй эскәндә башҡорт телендә баянға Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар йырланылар.

http://www.bashinform.ru/news/1215102-bashkiry-tatarstana-pochtili-pamyat-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть