Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙа яңы һыу тәьминәте системаһы төҙөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Октябрьский ҡалаһында Стивензя йылғаһындағы һыу һаҡлағысы базаһында 1,8 миллиард һумлыҡ яңы һыу тәьминәте системаһы файҙаланыуға тапшырылды. 22 сентябрҙә «Октябрьсккоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһының баҫым резервуарҙары майҙансығында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды. Төҙөлөш республиканың 100 йыллығына тамамланды.

Предприятие директоры Айҙар Иманғолов һүҙҙәренсә, элек ҡала Яҡшы һыу алыу ҡоролмаһының ер аҫты сығанаҡтарынан, шулай уҡ Татарстан биләмәһендә урынлашҡан ике һыу алыу ҡоролмаһынан һыу менән тәьмин ителде. Был схема эсәр һыу сифаты буйынса норматив күрһәткестәрҙе тәьмин итмәне, ә объекттарҙың ныҡ туҙыуы һәм йәйге осорҙа һыуға ҡытлыҡ халыҡҡа өҙлөкһөҙ һыу биреүҙе гарантияламаны. Һөҙөмтәлә яңы, заманса һыу тәьминәте системаһы төҙөргә ҡарар ҡабул ителде.

Рөстәм Хәмитов яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөүселәргә рәхмәт әйтте һәм ҡала халҡы һыу сифатының үҙгәреүен тойоу-тоймауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, хатта махсус тикшеренеүҙәрһеҙ ҙә ул байтаҡҡа яҡшырҙы.

- Проблема бар ине: һыу етмәү – бер, өҙөклөктәр – ике, һыу сифаты бөтөнләй насар – өс. Бынан тыш, яңы биҫтәләр буйынса үҫеш перспективалары булманы тиерлек, сөнки һыу етмәй ине, — тип йомғаҡланы республика Башлығы. — Хәҙер яңы һыу тәьминәте системаһын төҙөнөк. Ғөмүмән әйткәндә, 100 мең кеше йәшәгән ҡала өсөн яңы һыу алыу ҡоролмаһы – ул бөгөн бик һирәк осрай торған хәл. Ул беҙгә: беренсенән – сифат, икенсенән – тейешле күләмдәге һыу бирҙе, өсөнсөнән – бөтә замансалашты. Һөҙөмтәлә был инфраструктура ҡалаға оҙаҡ йылдар үҫешергә, алға барырға ярҙам итә.

Төбәк етәксеһе яҡын ваҡытта ҡалаға канализация системаһын яңыртырға, яңы таҙартыу ҡоролмалары төҙөргә кәрәк тип айырып әйтте. Был маҡсатҡа тағы 1,5 миллиард һумлап кәрәк була. Әле уҡ проект эшләү, тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1214975-v-oktyabrskom-postroena-novaya-sistema-vodosnabzheniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть