Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тарихи сәхнәлә Шаляпин исемендәге II Вокалсылар конкурсының беренсе туры үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тарихи сәхнәлә Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының беренсе туры үтте. Тыңлауҙар Шаляпин залында – бөйөк рус йырсыһының опера дебюты үткән Өфө сәнғәт институтының (элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы) тарихи сәхнәһендә уҙҙы.

Беренсе турҙа ике көн дауамында жюри 31 йәш вокалсының сығышын тыңланы. Артистар өсөшәр әҫәр – романс һәм рус һәм сит ил операларынан икешәр ария башҡарҙы.

Икенсе турға жюри 16 кешене үткәрҙе. Ул – Өфөнән Иҙел Аралбаев, Регина Звегинцева, Дамир Тайыпов, Рим Рәхимов, Салауат Кейекбаев; Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан — Михаил Меньшиков (Мәскәү), Александр Алиев (Мәскәү), Алим Апшев (Нальчик), Евгений Севастьянов (Красноярск); Ҡаҙағстандан — Наргиз Сатмухамбетова һәм Гүлдана Алдадосова (Астана); Болгариянан — Мария Жекова (София), Монголиянан — Эрдэнээ Очирсайхан (Улан-Батор); Грузиянан — Годердзи Джанелидзе (Тбилиси); Испаниянан — Данил Сайфуллин (Барселона), Үзбәкстандан — Каюм Шодияров (Сәмәрҡән).

Башҡорт опера театры сәхнәһендә оркестр менән уҙасаҡ икенсе турҙы 24 сентябрҙә тыңлау күҙаллана. Конкурста еңеүселәрҙе 25 сентябрҙә гала-концертта тыңларға мөмкин.

«Конкурсҡа күп кенә талантлы йәш башҡарыусылар килгән. Беҙгә мөрәжәғәт итһәләр, беҙ, әлбиттә, эштә нимәне яҡшыртырға кәрәклеген аңлатабыҙ, ҡайһы берәүҙәргә саҡ ҡына төҙәтеп ебәреү ҙә етә. Әгәр кеше зирәк булһа, ул аңлай», — тип һөйләне жюри рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.

Өфөлә XVI Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале барышында Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы 20-25 сентябрҙә уҙа.

Төп бүләк — 350 мең һум. I премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 200 мең һум, II премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 150 мең, III премия лауреаты — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы — 100 мең һум менән бүләкләнә. Шулай уҡ һәр береһе 50 мең һумлыҡ ике диплом һәм жюриҙың махсус приздары тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1214963-v-ufe-opredelilis-lidery-konkursa-vokalistov-im-shalyapina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть