Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Октябрьскийҙың етештереү һәм социаль объекттарында булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Октябрьскийға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, ҡала етәкселеге менән киләсәктә биләмә үҫешен тикшерҙе.

Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе нефть һәм газ скважиналары быраулағанда бөтә төр инженер-технологик хеҙмәттәр күрһәткән «Петротул» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығында булды. Предприятиеның төп заказсыларының береһе булып «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тора.

Компания шулай уҡ ҡыя йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар төҙөүҙе мәғлүмәти һәм техник-технологик яҡтан оҙатыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Бының өсөн электр магнитлы элемтә каналы, шулай уҡ сит илдә етештерелгән гидравлик элемтә каналы системаһы менән үҙҙәре уйлап сығарған «Target» телеметрик системаһы файҙаланыла.

Башҡортостан Башлығы ҡорамалды, продукция өлгөләрен ҡараны, предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм етәкселеге менән әңгәмәләште, шул иҫәптән ERP-системаһын индереү мәсьәләһен өйрәнде.

— Унһыҙ булмай, материалдарҙы иҫәпкә алырға, ҡул ҡуйырға, планлаштырырға, системалаштырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика етәксеһе «һаҡсыл етештереү» нигеҙәрен индереү перспективалары, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Бынан тыш, төбәк Башлығы ҡала инфраструктураһын үҫтереү сиктәрендә «Петротул» компанияһы төҙөгән социаль объекттарҙа – 2 мең квадрат метр майҙанда балалар өсөн уйын майҙансығында һәм 130 тамашаға иҫәпләнгән яһалма ҡаплам менән футбол майҙанында булды.

Рөстәм Хәмитов йәш футболсылар менән аралашты, шулай уҡ ҡалала төҙөләсәк социаль объекттар проекттары менән танышты. Улар иҫәбендә – көкөрт-водородлы дауахана, боҙ һарайы һәм бассейн.

Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев республика етәксеһе йөкләмәһенә ярашлы төҙөлөп ятҡан дөйөм ҡулланыштағы комплекслы спорт майҙансыҡтарын төҙөү тураһында һөйләне. Ошондай майҙансыҡтар гимназиялар һәм мәктәптәр биләмәләрендә төҙөлгән. Бында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре яратҡан урам тренажерҙары ҡуйылған.

Октябрьскийҙа төбәк Башлығы шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды, унда ҡала халҡы, аҙыҡ-түлек етештереүселәр, эшҡыуарҙар менән аралашты. Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән тауарҙарҙың төрлөлөгө, уңыш, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

Республика етәксеһе эш сәфәре барышында булған башҡа объекттарға ҡаланың яңы һыу тәьминәте системаһы һәм «Мегафлекс» етештереү компанияһы инде.

http://www.bashinform.ru/news/1215079-rustem-khamitov-posetil-proizvodstvennye-i-sotsialnye-obekty-oktyabrskogo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть