Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов CIOFF президенты Филипп Боссан менән осрашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОFF) президенты Филипп Боссан менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм CIOFF вәкилдәре ҡатнашты.

Яҡтар 2020 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙе. Атап әйткәндә, Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы йәшәтеү, транспорт тәьминәте, медицина оҙатыуы, туҡланыуҙы ойоштороу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ошо ваҡиғаны республика һәм федераль киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, сит ил ҡунаҡтары өсөн визалар һәм башҡа мәсьәләләр. Бынан тыш, фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары, шулай уҡ төп сараларҙы ойоштороу майҙансыҡтарының варианттары тикшерелде.

CIOFF етәкселеге һүҙҙәренсә, йыл аҙағына тиклем 2020 йылдағы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан илдәрҙең исемлеге төҙөлөргә тейеш. Филипп Боссан Башҡортостан делегацияһын киләһе, 2019 йылда Сантьягола (Чили) 49-сы Бөтә донъя CIOFF конгресында ҡатнашырға һәм унда 2020 йылдағы Фольклориаданы үткәреү урыны булараҡ республика менән таныштырырға саҡырҙы.

– Беҙ ошо ваҡиғаға бик етди ҡарайбыҙ һәм Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Республика Хөкүмәте, барлыҡ муниципалитеттар ошо эшкә йәлеп ителгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алған бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ. Беҙ илебеҙҙе күрһәтәбеҙ, Рәсәйҙе лә, һеҙҙе лә ҡыйын хәлдә ҡалдыра алмайбыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1214534-rustem-khamitov-vstretilsya-s-prezidentom-cioff-filippom-bossanom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть