Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырыла

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамдың күләме 17 241 һум тәшкил итә.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тейешле указы 21 сентябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Әле күп балалы әсәләргә ошондай түләү күләме 16 950 һум тәшкил итә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала 46 меңгә яҡын күп балалы ғаилә йәшәй. Шуларҙан 7,7 мең әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Был награда, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы кеүек үк, 20 йылдан кәм булмаған хеҙмәт (страховка) стажына эйә ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ветераны исемен алырға хоҡуҡ бирә.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Награда аҡсалата премия менән бергә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1214469-v-bashkirii-uvelichitsya-edinovremennaya-materialnaya-pomoshch-mnogodetnym-materyam/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть