Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ғаилә үтте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, /Гөлфиә Акулова.

Башҡортостанда төбәктең социаль яҡтан әүҙем ғаиләләре араһында барған «Өлгө ал» конкурсының икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Республикала йәшәүселәр аҙна дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иң яҡшылар тигән исемгә лайыҡ ғаиләләрҙең ғаризаларын һайланы. Конкурсҡа бөтәһе 107 ғариза килгән. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ике аҙнала конкурс комиссияһы һайлап алынған ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. 5 октябрҙә төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашырға тейешле ғаиләләрҙең исемлеге билдәле була.

«Өлгө ал» конкурсы Башҡортостан Башлығы башланғысы менән үткәрелә, ойоштороусылары – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы,  «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы. Уның төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу һәм граждандарҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеү. Еңеүсе еңел автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнә. Сертификат ноябрҙә Башҡортостанда Ғаилә йылын йомғаҡлау сараһында тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1214282-v-bashkirii-vo-vtoroy-etap-konkursa-beri-primer-proshli-30-semey-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть