Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Силәбе өлкәһенә - башҡорт китаптары

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Силәбе өлкәһендә үҙенең продукцияһының күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Акция Ғаилә йылына һәм яҡынлашып килгән Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала.

Сара башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа: 26 һәм 27 сентябрҙә — Арғаяш районының Мәҙәниәт йортонда, 29 сентябрҙә Ҡоншаҡ районының Үҙәк баҙарында уҙғарыла.

Акцияның программаһын Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарының сығышы биҙәй. Сара барышында Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премия лауреттарын бүләкләү ҡаралған.

«Нәшриәтебеҙҙең ошондай китап күргәҙмә-йәрминкәләрен ойоштороу республика райондарынан тыш, унан ситтә лә матур йолаға әүерелде. Беҙ өр-яңы китаптарыбыҙҙы тәҡдим итергә уйлайбыҙ», — тип билдәләнеләр учреждениеның матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1214179-v-chelyabinskuyu-oblast-priedut-bashkirskie-knigi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть