Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Гидрометүҙәктә быйыл ҡыш рәсәйҙәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәй Гидрометүҙәге көҙгә һәм алдағы ҡышҡа яҡынса фараздар баҫтырып сығарҙы. Бындай фараздар 58-81% аҡлана, тип билдәләй белгестәр.

Дөйөм алғанда, һалҡын ярты йыллыҡтың алты айында илдең күпселек өлөшөндә температураның уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ һәм нормаға ярашлы булыуы көтөлә. Төньяҡта ғына уртаса температураның бынан алдағы йылытыу осорона ҡарағанда түбәнерәк булыуы мөмкин.

Октябрҙә Волга буйы федераль округының күпселек өлөшөндә, шул иҫәптән Башҡортостанда температураның норманан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Был айҙа 3,3 градус йылы республиканың баш ҡалаһы өсөн нормаль уртаса айлыҡ температура тип иҫәпләнә.

Ноябрҙә республика биләмәһендә уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы күҙаллана (Өфөлә норма -4,2 градус).

Синоптиктар фаразы буйынса, декабрҙең уҙған йыл Волга буйы һәм Урал федераль округтарының төньяғына ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә. Өфөлә декабрҙә уртаса айлыҡ температура -10,8 градус.

Ғинуарҙа Башҡортостанда температураның шулай уҡ норма сиктәрендә (-14,8 градус) булыуы фаразлана.

Февралдә республикала ҡыштың йомшаҡ тамамланыуы көтөлә. Температураның норманан артығыраҡ булыуы күҙалланмай. Баш ҡалабыҙҙа нормаль уртаса айлыҡ температура — 13,3 градус.

Яҙҙың тәүге айы Төньяҡ-Көнбайыш федераль округында, Үҙәк һәм Волга буйы федераль округтарының төньяғында йәшәүселәрҙе шатландырыр. Бынан алдағы мартҡа ҡарағанда йылыраҡ була. 2019 йылдың мартында Өфөлә уртаса айлыҡ һауа температураһы -6 градус тәшкил итер тип күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1214343-v-gidromettsentre-rasskazali-kakuyu-pogodu-zhdat-rossiyanam-predstoyashchey-zimoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть