Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 600 мең һумға туристик маршруттар картаһын әҙерләйҙәр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Туристар өсөн Өфө һәм Башҡортостан картаһын сығарырға әҙерләйҙәр.

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған документтарға ярашлы, проект ике: рус һәм инглиз телдәрендә башҡарылырға тейеш. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 600 мең һум бүленә.

Аукцион еңеүсеһе Өфө ҡалаһының һәм Башҡортостан Республикаһының ике яҡлы стилләштерелгән туристик картаһы дизайн-макетының өс вариантын әҙерләргә, уның ике яғында ла туристар өсөн объекттар, маршруттар күрһәтелергә тейеш.

Әҙерләүҙән тыш, юридик йәки физик берәмек 7500 комплект Өфө һәм Башҡортостан картаһын таратырға бурыслы.

2018 йылда Башҡортостандың Terra Bashkiria тигән брендын булдырҙылар. Уның нисек барлыҡҡа килгәнен «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1214013-v-bashkirii-za-600-tys-rubley-razrabotayut-kartu-turisticheskikh-marshrutov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть