Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан парламентының депутаттар корпусы алдында мөһим бурыстар тора — Рөстәм Ахунов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында мөһим бурыстар тора, тип иҫәпләй 9 сентябрҙәге һайлау йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Ахунов. Уның һүҙҙәренсә, был бурыстар тәү сиратта 12 федераль проекттың төбәк өлөшөн уңышлы тормошҡа ашырыуға бәйле.

«Был – ил Президенты мөрәжәғәте һәм уның май указдарында билдәләнгән бурыстар. Минеңсә, улар илдең башҡа төбәктәренә лә, Башҡортостан өсөн дә берҙәй мөһим. Тәү сиратта улар — һаулыҡ, һаҡлау, мәғариф, транспорт һәм территориаль үҫеш өлкәһендәге проекттар. Ошо йәһәттән депутаттарҙың төп бурысы — мөһим, дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул итеү», — тине Рөстәм Ахунов.

Һайлау алды кампанияһы барышында ҙур эш башҡарылды, тип тә өҫтәне ул.  «Партия һәм айырым кандидаттар алып барған эш буйынса фекер йөрөткәндә, беҙ республикала йәшәүселәр менән кире бәйләнеште яйға һала, киҫкен торған мәсьәләләрҙе аңлай һәм яңырта алдыҡ. Улар — халыҡтың килеме аҙ булыуы, ҡайһы бер дәүләт хеҙмәттәре менән файҙалана алмауы. Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттарына ошо проблемаларҙы еренә еткереп һәм оҫта хәл итергә кәрәк», — тип үҙ фекерен белдерҙе Рөстәм Ахунов.

Рөстәм Ринат улы Ахунов — иҡтисад фәндәре докторы, эшлекле идара итеү докторы (DBA). 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай, 2003 йылда иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу өсөн диссертация яҡлай. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһы Бизнес һәм эшлекле идара итеү институтында, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Юғары корпоратив идара итеү мәктәбендә,  Европа университетында (Швейцария) уҡый. Рөстәм Ахунов етәкселегендә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты иҡтисад, финанс һәм бизнес институты тип үҙгәртелә. 2017 йылда Рөстәм Ахунов Мәскәүҙәге «Сколково» идара итеү мәктәбендә университеттар етәкселегенең (ректорҙар һәм проректорҙар) юғары звеноһы, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһендә идара итеү кадрҙары, урта һәм ҙур бизнес, эшҡыуарлыҡ, социаль һәм фәнни өлкә етәкселәре өсөн белем биреү программаһын уңышлы тамамлай. 2018 йылда докторлыҡ дәрәжәһен алды.

2018 йылдың апреленән Рөстәм Ахунов Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1214052-pered-deputatskim-korpusom-parlamenta-bashkirii-stoyat-ochen-vazhnye-zadachi-rustem-akhunov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть