Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә ашығыс ярҙам машинаһы пациентҡа ҡабаланған һәм ихатала ваҡ ташҡа батып ултырған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибайҙа Ветерандар урамындағы 9-сы йорт эргәһендә ашығыс ярҙам машинаһы юлға һибелгән ваҡ ташҡа батҡан. 21 сентябрҙә социаль селтәрҙә был хәл видеоһы килеп сыҡты.

«Бына һиңә видео, «ашығыс ярҙам» пациентҡа ярҙамға ашыға. Ветерандар урамы, 9. Йәй буйына аҙнаһына бер тапҡыр берешәр йөк ваҡ таш ташынылар, һуңынан ялҡып, шулай ҙа барыр тип ҡуйҙылар. Машиналар көн һайын батып ултыра. Тәгәрмәс аҫтынан ваҡ таштар ике метрға осоп китә», — тип яҙа видео авторы.

«Башинформ» агентлығы хәлде аңлатыуҙарын һорап Сибай ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.

«Бында ремонт бара: бордюр ҡуйылған, тротуар түшәлгән. Әлеге ваҡытта ваҡ таш һибелгән. Ошо көндәрҙә асфальт түшәләсәк», — тип аңлатты муниципалитеттың матбуғат хеҙмәте вәкиле Рәсүл Байгилдин.

http://www.bashinform.ru/news/1214314-v-bashkirii-mashina-skoroy-pomoshchi-speshila-k-patsientu-i-uvyazla-v-shchebne-vo-dvore-doma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть