Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Милли премия финалына сығыу өсөн көрәшә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың ете туристик программаһы ваҡиғалар туризмы өлкәһендә Russian Event Awards Милли премияһының төбәк этабында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, Милли премия финалына сығыу өсөн түбәндәге проекттар көрәшә:

— «Тарихи йүнәлештәге иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында III «Ваҡыт йылғаһы» бөтә Рәсәй тарихи реконструкция фестивале;

— «Гастрономия туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға» номинацияһында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале;

— «Ваҡиғалар туризмын популярлаштырыу буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында йыл һайын уҙғарылған «Һөт иле» фестивале;

— «Ауыл һәм агротуризмды популярлаштырыу буйынса иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында «Бөрйән балы – башҡорт даны» халыҡ-ара этнофестивале;

— «Ауыл һәм агротуризмды популярлаштырыу буйынса иң яҡшы туристик ваҡиға» номинацияһында «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале;

— «Иң яҡшы этно-мәҙәни ваҡиға» номинацияһында Яҡтыкүл буйында «Күсмә халыҡ уйындары»;

— «Туристик ваҡиға уҙғарыу өсөн иң яҡшы урынлаштырыу сараһы» номинацияһында Өфөләге Azimut Отеле.

Конкурс 26-27 сентябрҙә Чебоксар ҡалаһында үтә. Төбәк һайлап алыу турҙарының иң яҡшы проекттары 24-28 октябрҙә Түбәнге Новгородта уҙасаҡ Russian Event Awards Милли премияһы финалына саҡырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1214285-bashkiriya-poboretsya-za-vykhod-v-final-natsionalnoy-premii-v-oblasti-sobytiynogo-turizma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть