Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

22 һәм 23 сентябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә – адрестар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.

22 сентябрҙә температура режимын үтәүҙе талап итмәгән йәшелсә, бал һәм башҡа тәбиғи ризыҡтарҙы баш ҡаланың бөтә райондарында һатып алырға мөмкин.

Атап әйткәндә, Дим районында сауҙа Дағстан урамындағы 2-се йортта урынлашҡан «Магнит» гипермаркеты алдындағы парковкала ойошторола.

Был көндө ауыл хужалығы продукцияһын Калинин районында Интернациональ-Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, шулай уҡ Мушников һәм Б. Баландин урамдары киҫелешендә һатып алырға мөмкин.

Ленин районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Солтанов урамы буйынса әйләнеш ҡулсаһы майҙансығында, шулай уҡ Әхмәтов урамы буйынса «Тулҡын» скверы алдында була.

Киров районында өфөләр Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3, 5, 7-се йорттарға ҡаршы майҙансыҡта йәшелсә һәм бал һатып алай ала.

Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Спорт һарайы алдындағы майҙанда эшләй.

Өфөнөң Орджоникидзе районында – С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда.

Совет районында сауҙа Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда үтә.

Йәкшәмбе, 23 сентябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөнөң Калинин районында Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, шулай уҡ Мушников һәм Б. Баландин урамдары киҫелешендә генә үҙ эшен дауам итә.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1214276-22-i-23-sentyabrya-v-ufe-sostoyatsya-selskokhozyaystvennye-yarmarki-adresa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть