Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Айгөл Гәрәева: «Халыҡ һайланыусыһы булараҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар мәнфәғәтен яҡларға ниәтләнәм»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

9 сентябрҙәге һайлау йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яңы составына йәмәғәтсе Айгөл Гәрәева килде. 2010 йылдан ул «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондын етәкләй.

«Беҙ агитация осоронда Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Архангел райондары халҡы менән 100-гә яҡын осрашыу ойошторҙоҡ. Бер нисә тиҫтә ауылда булдым, меңләгән кеше менән һөйләштем. Халыҡтың ҡайҙа, ниндәй мәсьәләләре барлығын һәм, әгәр мин һайлауҙан үтһәм һәм депутат булһам, ниндәй саралар ҡабул итергә кәрәклеген аңлау минең бурысым булды, — тип һөйләне Айгөл Гәрәева. — Һорауҙарҙың яртыһынан күберәген йыл дауамында хәл итә алырбыҙ тип әйтә алам. Халыҡҡа ышаныс белдергәндәре өсөн, һис шикһеҙ, рәхмәтлемен, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ тоям, социаль мәсьәләләрҙе һәм балалыҡ буйынса мәсьәләләрҙе системалы яҡшыртыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген аңлайым. Артабанғы эшмәкәрлегемдә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитетта шөғөлләнермен тип ышанам. Әле беҙ өсөнсө сектор үҫеше, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләт хеҙмәттәре баҙарына асыҡ юлды лайыҡлы файҙаланһын өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән һуңғы өс йыл дауамында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән бик тығыҙ эш алып барған фонд ҡарамағындағы беҙҙең ресурс үҙәгенең эше өлгө булып тора. Йыл һайын 100-гә яҡын ойошманы уҡытабыҙ. Һөҙөмтә лә бар – Президент грантына һуңғы конкурста Башҡортостан ғаризалар һаны буйынса икенсе урында. Был шул иҫәптән беҙҙең дә ҡаҙаныш».

http://www.bashinform.ru/news/1214024-aygul-gareeva-v-kachestve-narodnogo-izbrannika-planiruyu-otstaivat-interesy-tretego-sek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть