Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» милли паркында ҡурсаулыҡтарҙы социаль селтәрҙә танытыу буйынса семинар үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

23-29 сентябрҙә «Башҡортостан» милли паркында тәбиғәтте һаҡлау ойошмаларын медиа киңлектә танытыу буйынса семинар үтә.

Башҡортостанға һигеҙ Рәсәй белгесе, улар араһында PR-белгестәр, фотографтар, журналистар һәм юристар, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенән Алтай крайына тиклем илдең төрлө мөйөшөнән 24 тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһынан ҡатнашыусылар килә.

Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар өсөн smm-стратегия әҙерләү; мәғлүмәт һәм реклама текстарын яҙыу; фото төшөрөү нигеҙҙәре һәм автор хоҡуғы; киң мәғлүмәт саралары менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү буйынса практик һәм теоретик дәрестәр биш көн дауам итә.

Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙы тейелмәгән һуҡмаҡтар буйынса сәйәхәт, ботаника һәм тау экскурсиялары, Башҡортостан халыҡтарының милли ризыҡтары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу көтә.

http://www.bashinform.ru/news/1214199-v-natsionalnom-parke-bashkiriya-proydet-seminar-po-prodvizheniyu-zapovednikov-v-sotssetyakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть