Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Владимир Спиваковтың Скрипкасылар конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Жюри берҙәм тауыш менән иң йәш ҡатнашыусы – финалда Паганиниҙың беренсе концертын виртуоз уйнаған Испания ҡыҙы Мария Дуэньясты еңеүсе тип таныны.

Мария Дуэньяс Гранадала тыуған. Венала Музыка һәм сәнғәт университетында профессор Борис Кушнирҙа, шулай уҡ Грацта Музыка һәм сәнғәт университетында белем ала. Үҙенең 15 йәшендә скрипкасы байтаҡ халыҡ-ара конкурстарҙа еңеүсе булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, еңеүсе бүләккә үҙенсәлекле бүләк – 1912 йылда күренекле Италия оҫтаһы Риккардо Антониацци эшләгән скрипканы ала. Маэстро Спиваков һүҙҙәренсә, уның хаҡы 140 мең доллар тәшкил итә.

Икенсе премияны Мәскәүҙән Федор Безносиков яуланы. Өсөнсө премияны Япония музыканты – Иссеи Курихараға, дүртенсене Мәскәүҙән Степан Стариковҡа тапшырҙылар. Лауреаттар Жюль Гранджон (Париж, 1848 йыл) һәм Игорь Улицкий (Мәскәү, 2017 йыл) эшләгән ҡоралдарҙы ала.

Бүләк фондына шулай уҡ 1000-шәр долларлыҡ ике айырым премия һәм конкурстың художество етәксеһе Владимир Спиваковтан махсус бүләктәр инә.

Махсус бүләктәрҙе Анна Мильман (Испания), Деннис Гасанов (Рәсәй, Мәскәү), Софи Рохлин (Израиль) һәм Асия Ғарипова (Рәсәй, Өфө) ала.

«Матур эшләгән һәм беҙҙең арала бер ниндәй килешмәүсәнлек булмаған бөтә жюри ағзаларына рәхмәт әйтәм. Бөтөһе лә ғәҙел, асыҡ һәм нисек кәрәк, шулай булды», — тип билдәләне конкурстың художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында иң тамашалы этап – конкурстың өсөнсө, оркестр туры тамамланды. Ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры һәм Рәсәй Милли филармония оркестры солистары оҙатыуында сығыш яһаны. Дирижер пульты артында Михаил Герц (Эстония) булды.

Бүләкләү тантанаһы 21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында гала-концертта була.

http://www.bashinform.ru/news/1214148-v-ufe-obyavili-pobeditelya-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть