Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәр менән мәҙәниәт, социаль өлкә, архив эше мәсьәләләрен тикшерҙе.

Башҡортостан Милли музейының тыуған яҡ тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова төбәк башлығына К. Маркс урамында урынлашҡан республика Милли архивының боронғо тарихи корпусын һаҡлау үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Осрашыу барышында ул архив фондын һанлыға күсереү, архив майҙандарын киңәйтеүгә лә иғтибар бирҙе.

Өфөлә йәшәүсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы Фәрит Әхмәҙиев башҡорт теленән руссаға һәм рус теленән башҡортсаға нәфис тәржемәләү белгестәрен әҙерләү тураһында мәсьәләне күтәрҙе. Ул республикала Нәфис тәржемә үҙәген булдырырға тәҡдим итте, был Рәсәй нәшриәттәре һәм йәмәғәт берләшмәләре менән эште һөҙөмтәле алып барырға мөмкинлек бирер ине.

Өфөнән шәхси эшҡыуар Александра Хисаметдинова Башҡортостандан ситтә һабантуйҙар үткәреү тәртибен камиллаштарыу һәм берҙәм концепция булдырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.

Эшҡыуарҙар Андрей Верещагин (Бөрө), Илнар Хәбибов (Благовещен) һәм Фирүзә Насирова (Нефтекама) социаль өлкә учреждениеларында туҡланыуҙы аутсорсинг принциптарында ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был осрашыу июндә Рөстәм Хәмитов уҙғарған махсус кәңәшмәнең дауамы булды.

Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле йөкләмәләр бирелде.

http://www.bashinform.ru/news/1213994-rustem-khamitov-provel-lichnyy-priyem-grazhdan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть