Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә күренекле балет артисы Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыу» объекты буйынса инженер-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителде. Ошо хаҡта дәүләт һатып алыуҙарының рәсми сайтында  хәбәр ителә. Был процедураға Өфө бюджетынан яҡынса 336 мең һум аҡса бүлергә әҙерҙәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Ҡазан архитекторҙары бөтә донъяла танылған балет артисына һәйкәл ҡуйыу тураһында белдергәйне. Әле Татарстандың баш ҡалаһында Зураб Церители эшләгән монументты ҡуйыу өсөн урын эҙләйҙәр.

Белешмә

Рудольф Нуреев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуацияна.  Өфөлә балалар фольклор ансамблендә бейей, Мәҙәниәт һарайында ошонда һөргөнгә ебәрелгән Петербург балеринаһы Анна Удальцовала шөғөлләнә.

Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе  Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ бейеүсе хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.

http://www.bashinform.ru/news/1213918-v-ufe-planiruyut-ustanovit-pamyatnik-vydayushchemusya-artistu-baleta-rudolfu-nureevu/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть