Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексының алданған өлөшсөләре тиҙҙән өй туйлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республиканың Өфө районында «Яңы Булгаков» торлаҡ комплексын төҙөүсе ике 15А һәм 15Б йорттарын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт алды.

«Тиҙҙән 60 ғаилә күптән көткән фатир асҡыстарына эйә була», — тип хәбәр итте Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Анастасия Сабликова.

«Яңы Булгаков» торлаҡ комплексы объекттарын төҙөү барышы (төҙөүсеһе — «Стройвертикаль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ҡул режимында контролдә тотола.

Төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, «Объекттар төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы» өлөшсөләр менән тәүлек әйләнәһенә үҙ-ара эш итә.

«Йорттар алданған өлөшсөләр реестрына индерелгән граждандарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса «юл картаһы»на ярашлы тапшырылды», — тип өҫтәне Анастасия Сабликова.

http://www.bashinform.ru/news/1213814-obmanutye-dolshchiki-zhk-novobulgakovo-skoro-spravyat-novosele-gosstroy-bashkirii-/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть