Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

2019 йылда рәсәйҙәр нисек ял итә: ял көндәрен күсереү раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙә 2019 йылда ял көндәрен күсереү раҫланды. Был хаҡта «Известия» Рәсәй Хөкүмәте сайтына һылтанма менән хәбәр итә.

Ялға тура килгән 5 һәм 6 ғинуарҙағы байрам көндәре 2 һәм 3 майға (кесаҙна һәм йома) күсерелә. Шәмбе, 23 февралдәге ял көнө, йома, 10 майға күсә.

Шулай итеп, 2019 йылдағы Яңы йыл каникулдары һәм май байрамдары оҙайтылды һәм бер ҡасан да булмағанса оҙайлы, тип билдәләй баҫма.

Яңы йыл байрамдары 2018 йылдың 30 декабренән алып 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө 23 һәм 24 февралдә билдәләнә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн рәсәйҙәр 8-10 мартта байрам итә.

Май байрамдары 1 майҙан 5-енә тиклем, шулай уҡ 9-12 майҙа.

Рәсәй көнө — 12 июндә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан рәсәйҙәр 2 ноябрҙән 4-енә ҡәҙәр ял итә.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2019 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарар проектын Рәсәй Хеҙмәт министрлығы әҙерләне.

http://www.bashinform.ru/news/1213596-kak-budut-otdykhat-rossiyane-v-2019-godu-utverzhden-perenos-vykhodnykh-dney/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть