Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ғалимдар Мөхәмәтша Буранғолов дәүерен һәм «Урал батыр» эпосын тикшерә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Мөхәмәтша Буранғолов — сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция була, сара уның тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған.

Конфереция эше М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының конференциялар залында 2018 йылдың 26 октябрендә ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыйылыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса сығыш яһай:

1. ХХ быуат башындағы башҡорттарҙың милли яңырыуы: М.А. Буранғоловтың ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ формалашыуы.

2. Башҡорт драматургияһы һәм М.А. Буранғоловтың уның үҫешенә индергән өлөшө.

3. «Урал батыр» эпосы заманса сәнғәттә, әҙәбиәттә һәм философияла.

4. М. А. Буранғолов — Башҡортостанда академик фольклористикаға нигеҙ һалыусы.

5. ХХ быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан тарихында М. Буранғолов дәүере.

6. Эпик сәсәнлек — донъя халыҡтары мәҙәниәтенең үҙенсәлекле күренеше.

7. Сәсәнлек сәнғәтенең хәҙерге торошо һәм формалары.

Конференцияла ҡатнашыуға ғалимдар, уҡытыусылар, аспиранттар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.

Ҡатнашыу бушлай. Эштәрҙе  2018 йылдың 20 октяренә тиклем kafedraistoriirb2017@yandex.ru, ddn_kadr@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Мөхәмәтша Буранғолов —  драматург, фольклорсы, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүсе һәм фольклор йыйыусы, Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

http://www.bashinform.ru/news/1213606-v-ufe-uchenye-issleduyut-epokhu-mukhametshi-burangulova-i-epos-ural-batyr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть