Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке һөжүм итеүсеһе «Себер» менән килешеү төҙөнө

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Континенталь хоккей лигаһының 30 йәшлек һөжүм итеүсеһе Дмитрий Саюстов «Себер» менән 11-се миҙгел аҙағына тиклем бер яҡлы контракт төҙөнө. Ошо хаҡта лиганың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек форвард, миҙгел барышында Өфөгә Владивостоктың «Адмирал»ынан күсеп, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн сығыш яһаны. Башҡорт клубы өсөн регуляр чемпионатта 10 матч, плей-офта һигеҙ уйын үткәрҙе. Был ваҡыт эсендә һөжүм итеүсе бер шайба индерҙе һәм ике тапҡыр ассистент булды.  «Салауат Юлаев» уйынсыһы менән килешеү йәйгеһен өҙөлдө.

Билдәләп үтергә кәрәк, әле «Себер»ҙә «Салауат Юлаев»тың элекке өс уйынсыһы: Энвер Лисин, Евгений Бодров һәм Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Александр Логинов уйнай.

http://www.bashinform.ru/news/1213862-eks-napadayushchiy-khk-salavat-yulaev-podpisal-kontrakt-s-sibiryu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть