Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә яңы автомобиль һандары индерелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә номерҙарҙы яңы ГОСТ буйынса бирә башлайҙар, тип хәбәр итә «Известия», Ростандартҡа һылтанып.

Баҫма билдәләүенсә, үҙгәрештәр, тәү сиратта, мотоцикл һандарына ҡағыла. Улар  бәләкәйерәк була, ә уң яҡ рулле автомобилдәр өсөн номерҙар квадратҡа яҡын форманы ала.

Мотоцикл йөрөтөүселәр өсөн номерҙар 190-ға 145 мм ҙурлыҡта була (хәҙерге 245-кә 166 мм урынына).

Сит ил мотоциклдарында, ә улар Рәсәйҙә илебеҙҙә етештерелгәндәрҙән күп тапҡырға күберәк, номер урыны бик бәләкәй булыу һәм иҫке дәүләт номеры уға һыймау был яңылыҡҡа сәбәпсе булды.

Өҫтәүенә, мопед өсөн номер мотокилдыҡына оҡшаш, әммә икенсе һандар һәм хәрефтәр йыйылмаһы менән була. Мәҫәлән — ММ55АА77RUS. Квадроциклдар, спорт машиналары һәм ретроавтомобилдәр айырым һандар ала.

http://www.bashinform.ru/news/1213837-v-rossii-vvodyatsya-novye-avtomobilnye-nomera/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть