Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» интернет-проекты эшләй башлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт автономиялы ғилми  учреждениеһында «Башҡортостандың иҫ киткес кешеләре» мәғлүмәт интернет-ресурсын әҙерләүгә тотондолар.

Үҙенең кесе Ватаны тарихында беленерлек эҙ ҡалдырған һәм йәмғиәт үҫешенә, йәмғиәттең уңышлы үҫешеүенә ныҡышмалы, намыҫлы ҙур өлөш индергән йәки әле лә шуның менән шөғөлләнгән республиканың талантлы, абруйлы, юғары сифаттарға эйә кешеләре тураһында һөйләү проекттың маҡсаты булып тора.

Һәр кем үҙенең яҡын йәки таныш кешеләре тураһында мәғлүмәт ебәрә, уның турала мәҡәләне ресурста урынлаштырып, кешегә бүләк эшләй йәки, әгәр кеше иҫән булмаһа, уның биографияһын мәңгелләштерә ала. Ҡулъяҙмалар һәм һүрәттәр электрон вариантта, шулай уҡ баҫылған формала ла ҡабул ителә, күләме – рус, башҡорт һәм татар телдәрендә өс биттән артмаҫҡа тейеш. Ҡулъяҙмаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә кәрәк: 450006, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 55, йәки электрон почтаға: imena@bashenc.ru. Шулай уҡ www.bashenc.ru адресы буйынса материалдың электрон формаһын ебәрергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1213310-v-respublike-zapuskaetsya-internet-proekt-zamechatelnye-lyudi-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть