Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканан ике рапирасы Европа чемпионаты миҙалдарын яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың фехтование мәктәбенең ике тәрбиәләнеүсеһе коляскалағы спортсылар араһында Европа чемпионатында уңышлы сығыш яһай башланы. Ярыштарҙы Италияның Терни ҡалаһы ҡабул итә.

Рапирасы Никита Нагаев Европа беренселегендә «А» категорияһында көмөш миҙал яуланы. Финалда республикабыҙ спортсыһы Рәсәйҙән Роман Федяевҡа еңелде.

Төбәк Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан тағы ла бер рапирасы Альберт Камалов «В» категорияһында «бронза» яуланы.

Шулай уҡ Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан тағы ла бер рапирасы сығыш яһай — Тимур Хаматшин.

Коляскала фехтование буйынса Европа чемпионаты 23 сентябрҙә тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1213420-dva-fekhtovalshchika-iz-bashkirii-zavoevali-medali-chempionata-evropy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть