Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе ғинуар-августа 3,5% артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы ғинуар-августа – 103,5%, августа 105% тәшкил иткән. Яңы мәғлүмәттәрҙе Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең республика бүлексәһе баҫып сығарҙы.

Атап әйткәндә, табыу-сығарыу өлкәһендә продукция етештереү күләме ғинуар-августа уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 6,1% артҡан. Ошо эшмәкәрлек төрө буйынса ғәмәлдәге хаҡтарҙа ойошмалар әйләнеше 99 миллиард һум күләмендә барлыҡҡа килгән.

Эшкәртеүсе етештереүҙәрҙең дөйөм һөҙөмтәһе — плюс 2,2%. Әйләнеш — 946 миллиард һум.

Электр энергияһы, газ һәм быу менән тәьмин итеү өлкәһендә мәшғүл предприятиелар ошо уҡ осорҙа етештереү күләмен – 1,4% (дөйөм әйләнеш 153 миллиард һум тәшкил иткән), һыу тәьминәте һәм ҡулланған һыуҙы сығарыу, ҡалдыҡтар йыйыу һәм утилләштереү, бысраҡты бөтөрөү менән шөғөлләнгән ойошмалар 8% арттырған (әйләнеш — 19 млрд һум).

http://www.bashinform.ru/news/1213762-promyshlennoe-proizvodstvo-v-bashkirii-v-yanvare-avguste-vyroslo-na-3-5/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть