Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала уртаса эш хаҡы 32 мең һумдан артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең ағымдағы йылдың тәүге ете айында уртаса айлыҡ эш хаҡы – 32 106 һум, июлдә 32 292 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2017 йылдың ғинуар-июле менән сағыштырғанда төбәктә уртаса эш хаҡы 9,7 процентҡа күтәрелгән.

Шул арала, халыҡтың уртаса аҡсалата килеме быйыл ғинуар-июлдә айына – 25 577 һум, июлдә 28 273 һум булған.

2017 йылдың ғинуар-июле һәм июле менән сағыштырғанда кәмеү 0,2-2,6 процент тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1213716-zzarplata-v-bashkirii-prevysila-32-tysyachi-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть