Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Ҡурай һәм башҡорт бейеүен Ҡаҙағстанда донъя шоуында күрһәттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында Астанала бер сәхнәлә донъяның 14 иленән артистар осрашты. «The Spirit of Tengri» проекты үҙ жанрында иң яҡшы ҡуйыусы хореографтарҙы һәм ethno-world music музыканттарын йыйҙы.

«The Spirit of Dance» киң форматлы шоуҙа Башҡортостандан «Guzal-dance» ансамбле ҡатнашты. Коллективты Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәрбиләнеүсеһе, Рәсәй театр сәнғәте институтын (ГИТИС) тамамлаусы Гүзәл Исламғолова етәкләй.

Продюсерҙың ниәте буйынса һәм фестивалдең концепцияһына ярашлы хәрәкәт һәм пластика аша халыҡтың холоҡ-фиғелен, донъяға ҡарашын сағылдырған башҡорт бейеүен һайларға кәрәк була. Фестивалдең ижади төркөмө байтаҡ материалдарҙы ҡарағандан һуң «Guzal-dance» ансамбле солисы Регина Әһелова башҡарыуында «Заһиҙә» башҡорт бейеүен һайланы.

Ҡаҙаҡ тамашаһына 5-се «The Spirit of Tengri» фестивалендә хедлайнер командаһының сағыу сығышы менән хәтерҙә ҡалған музыкант, «Ҡурайсы» төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев сараның махсус саҡырылған ҡунағы булды.

«Тамашасылар бер сәхнәлә заманса пластиканы күрә һәм диджейҙар эшкәртелеүендә этник ҡоралдар яңғырашы синтезын тыңлай алды. Был сара тамашасыларының баһалары буйынса, нигеҙендә боронғо йолалар һәм мәҙәниәт ятҡан халыҡ хореографияһы булған сығыштар иң сағыу ваҡиға булды», — тип һөйләне фестивалдә ҡатнашыусылар.

http://www.bashinform.ru/news/1213588-kuray-i-bashkirskiy-tanets-pokazali-na-mirovom-shou-v-kazakhstane/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть