Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарырбыҙ – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

19 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресын рәсми рәүештә асыу тантанаһында сығыш яһаны.

— Өфөнө, Башҡортостанды Фольклориаданы уҙғарыу биләмәһе итеп һайланғандары өсөн шатбыҙ. Фольклориаданы иң юғары кимәлдә уҙғарырбыҙ. Ҡунаҡтар ҙа, халҡыбыҙ ҙа ҡәнәғәт һәм беҙгә килгән ҡунаҡтарҙың сәнғәте, халыҡ йолалары, фольклоры менән хайран ҡалыр, — тине төбәк етәксеһе. — Һеҙ ғәйәт ҙур, үтә мөһим, изге эш эшләйһегеҙ – халыҡтарға дуҫлыҡ телендә һөйләшергә ярҙам итәһегеҙ. Башҡортостан CIOFF-тың ҙур ғаиләһенә ҡабул ителеүенә ихлас шат һәм 2020 йылда ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙға ысын, ҙур, иҫ киткес байрам бүләк итер өсөн барыһын да эшләйәсәк.

Конгреста ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ СИОФФ президенты Филипп Боссан һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова сәләмләне.

«Бөтә донъя Фольклориадаһы – CIOFF-тың мөһим сараһы. Унда бөтә донъянан 2,5 меңдән ашыу бейеүсе һәм музыкант ҡатнаша. Ул төрлө мәҙәниәт вәкилдәрен берләштерә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте нығыта, бөтә ҡатнашыусы илдәр вәкилдәрен мәҙәни мираҫ менән таныштыра, — тине Филипп Боссан. — Мин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһына Өфө 2020 йылда ғәйәт ҙур ваҡиға ҡабул итеүенә рәхмәтлемен».

СИОФФ етәксеһе Башҡортостанға 70-тән ашыу ил вәкиле килә тип билдәләне. 2020 йылда СИОФФ-ҡа 50 йыл тула – ойошма юбилейын Өфөлә билдәләй.

«СИОФФ-ҡа Рәсәй Федерацияһына һәм Башҡортостанға Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек ошондай ҙур сараны ҡабул итеү хөрмәте бирелгәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Унан бигерәк, был сара СИОФФ-тың алтын юбилейы менән тап килеүенә шатбыҙ, — тип билдәләне Тамара Пуртова. — Был сара иң юғары ойоштороу һәм ижади кимәлдә уҙыр тип ышанам».

Асыу тантанаһы сиктәрендә конгреста ҡатнашыусы илдәрҙең презентацияһы үтте. Милли секция вәкилдәре халыҡ ижадына булышлыҡ итеү һәм 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тураһында һөйләне.

Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы (СИОФФ)  1970 йылдан эшләй, 2012 йылдан ЮНЕСКО-ның рәсми партнеры булып тора. Уның төп маҡсаты – традицион мәҙәниәтте һәм фольклорҙы һаҡлау һәм танытыу. Күп йылдар дауамында Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы исеменән эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1213563-rustem-khamitov-vystupil-na-otkrytii-vsemirnogo-kongressa-i-generalnoy-assamblei-cioff/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть