Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Фольклориада – Башҡортостанға бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек– СИОФФ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) рәйесе Филипп Боссан белдерҙе.

«Беҙҙең ойошма йыл һайын бөтә донъяла 400-гә яҡын фестиваль уҙғара, һәм мин Рәсәйҙең унда әүҙем ҡатнашыуына бик шатмын. Быларҙың барыһы ла төрлө милли мәҙәниәттәр вәкилдәре араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты яйға һалыу өсөн эшләнә.«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек», — тип билдәләне СИОФФ башлығы.

Өфөлә 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресы асыла, унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға донъяның 60 иленән 200-гә яҡын делегат килгән, тине ул. Уларҙың һәммәһе лә ирекмәндәр. Әйтәйек, Боссан әфәнде — Франциянан. Уның төп эше Парижда урынлашҡан, ләкин ул СИОФФ өсөн бөтә эштәрҙе бөтөнләй бушлай башҡара.

Филипп Боссан һүҙҙәренсә, Конгрестың төп темаһы — фольклор традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. Шулай уҡ Фольклориада буйынса комитет ағзаларына Өфөлә «Фольклориада-2020»-не уҙғарыу барышында йәлеп ителергә тейешле объекттарға инспекция үткәреү бурысы тора.

Матбуғат конференцияһында Фольклориаданы асыу һәм ябыу саралары өсөн майҙансыҡтар сифатында файҙаланыу ҡаралған урындар ҙа иғлан ителде. Улар — «Аҡбуҙат» һәм «Өфө-Арена».

«Фольклориаданы ябыу сараһын «Өфө-Арена»ла уҙғарыу күҙаллана. Бәлки, был үбеҙҙең Рәсәй мәҙәниәтен сағылдырған боҙ шоуы булыр, — тип белдерҙе  Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Салауат Сәғитов. — Бынан тыш, Фольклориада барышында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында саралар планлаштырылған. Беҙ республикабыҙ ҡунаҡтары Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең бөтә байлығын һәм төрлөлөгөн күрһен өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ».

Шуны өҫтәп үтәйек: 21-23 сентябрҙә Өфөлә мәҙәниәт һәм халыҡ ижады мәсьәләләре буйынса III Евразия Халыҡ-ара Гуманитар форумы була. Ул ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 48-се Бөтә донъя конгресы һәм СИОФФ Генераль Ассамблеяһы саралары барышында уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1213535-folkloriada-otlichnaya-vozmozhnost-dlya-bashkirii-stat-izvestnoy-na-ves-mir-sioff/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть