Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан журналистарын сифат өлкәһендәге конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы сифат өлкәһендә Башҡортостан Хөкүмәте премияһына дәғүә итеүгә конкурс иғлан итә.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, конкурс Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премияһына дәғүә итеүгә конкурста республика ойошмаларын һәм шәхси эшҡыуарҙарын ҡатнаштырыуға төбәк әҙерлек этабы булып тора.

Конкурста ҡатнашыуға ойоштороу-хоҡуҡ формаһына ҡарамаҫтан, Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, продукция етештергән һәм (йәки) хеҙмәттәр күрһәткән республика ойошмалары һәм шәхси эшыуарҙар дәғүә итә ала.

Конкурстың шарттары менән бында танышырға мөмкин.

Документтар 2018 йылдың 1 октябренә тиклем республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығында ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1213548-zhurnalistov-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-konkurse-v-oblasti-kachestva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть