Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡаланың ике юғары уҡыу йорто фәнни ойошмаларҙың абруйлы халыҡ-ара рейтингына индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто фәнни ойошмаларҙың абруйлы халыҡ-ара рейтингына индерелде.

Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең ғилми ойошмалары араһында — 44-се, донъя исемлегендә 714-се урынды биләне. Өфө дәүләт нефть техник университеты — 67-се һәм 741-се позицияла. Рейтингта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге лә бар — 37-се һәм  705-се урындар.

SCImago Institutions Rankings — фәнни ойошмаларҙың билдәле һәм абруйлы рейтингы, уға мәғариф ойошмалары ла, фәнни-тикшеренеү үҙәктәре лә, шәхси корпорациялар ҙа инә. Ул объектив рейтингтарҙың береһе тип һанала, сөнки эксперттар фәнни ойошмаларҙы уларҙың ғаризаһы буйынса түгел, ә халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаларынан асыҡ мәғлүмәт буйынса баһалай.

2018 йылғы рейтинг 2012-2016 йылдарҙағы материалдарҙы үҙ эсенә ала. Унда бөтәһе 5637 ойошма күрһәтелгән, шуларҙың 3234-е — донъя университеттары. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Рәсәй вуздары араһында иң юғары — 256-сы урынды биләй.

Фәнни ойошмаларҙың дөйөм рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә Ҡытай Фәндәр академияһы, Францияның Милли ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге, Гарвард Университеты, Facebook, Google инә. Рәсәй Фәндәр академияһы 33-сө урынды биләй — Рәсәй фәнни ойошмалары арыһында иң юғарыһы.

Мәғариф ойошмаларының дөйөм рейтингында (Higher Education) тәүге бишәү исемлегендә — Гарвард университеты, Стэнфорд университеты, Массачусетс Технология Институты, Циньхуа университеты,  Джон Хопкинс университеты.

http://www.bashinform.ru/news/1213394-dva-ufimskikh-vuza-vklyucheny-v-prestizhnyy-mezhdunarodnyy-reyting-nauchnykh-organizatsiy/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть