Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаһында өс кеше һәләк булған, ҡатын һәм үҫмер дауаханаға оҙатылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Салауат районында Һамар  — Өфө — Силәбе трассаһының 1613-сө саҡрымында 19 сентябрҙә көндөҙ ҡурҡыныс авария теркәлгән. Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бер йүнәлештә китеп барған Mercedes-Benz еңел автомобиле, Hyundai йөк фургоны һәм уларҙың ҡаршыһына килгән Iveco йөк машинаһы бәрелешкән. Бәрелгәндән һуң Mercedes-Benz янып киткән.

Юл фажиғәһендә еңел автомобиль водителе һәм ике пассажир һәләк булған, бер ҡатын һәм үҫмер дауаханаға оҙатылған.

«Юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙың шәхестәре һәм авария сәбәптәре асыҡлана. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре, тәфтиш-оператив төркөм эшләй», — тип аңлатма бирҙеләр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында.

Фажиғә урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан бер янғын һүндереү машинаһы һәм ике янғын һүндереүсе эшләй.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 18 сентябрҙә Башҡортостандың Дүртөйлө районында үлемесле авария булған. Мәскәү — Өфө юлында «Лада Гранта» һәм ҡаршыға килгән ярымтағылмалы Iveco бәрелешкән. Юл фажиғәһе ата-әсәнең һәм уларҙың ике бәләкәй балаһының ғүмерен өҙгән.

http://www.bashinform.ru/news/1213370-v-bashkirii-v-massovom-dtp-pogibli-tri-cheloveka-zhenshchina-i-podrostok-gospitalizirovany/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть