Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Республика көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 28 йыллығы уңайынан төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда Республика көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Указ менән байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды, уға тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.

Район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм торлаҡ кварталдарҙы дәүләт символикалары менән биҙәргә, октябрҙә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә, шулай уҡ байрам уңайынан мәҙәни, спорт саралары һәм йәрминкәләр ойошторорға тәҡдим ителде.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды.

http://www.bashinform.ru/news/1213247-rustem-khamitov-podpisal-ukaz-o-prazdnovanii-dnya-respubliki/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть