Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан үҫмер «Такси» фильмынан автомобиль отҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек уҡыусы ғәҙәти булмаған Peugeot 406 автомобиленә — «Такси» кинофильмындағы төп геройҙарҙың береһенең легендар машинаһының аныҡ күсермәһенә эйә булған, тип хәбәр итә «Российская газета».

Автомобиль капотында Сами Насериҙың автографы ла бар. Баҫма билдәләүенсә, үҫмер автомобилде осраҡлы ғына отҡан: популяр блогерҙың YouTube-каналына яҙылған һәм үҙенең комментарийын ҡалдырған. Автомобиль видеохостингтың тура эфирында уйнатылған. Тәүҙә программа башҡа еңеүсене һайлаған, ләкин уның сәхифәһендә фотолар һәм мәғлүмәт булмаған. Икенсе тапҡыр Стәрлетамаҡ уҡыусыһына уңыш йылмайған.

Малай автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына һәм «Такси» фильмын ярата. Үҙенең автомобиле руленә бәлиғ булғас ҡына ултыра ала.

http://www.bashinform.ru/news/1213011-zhitel-bashkirii-stal-obladatelem-tochnoy-kopii-avtomobilya-iz-filma-taksi/

Теги: уйнатыу
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть