Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә хәбәрһеҙ юғалған ҡатынды – һәләк булған сабыйҙың әсәһен тапҡандар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Бөрө районында хәбәрһеҙ юғалған 32 йәшлек ҡатынды тапҡандар. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ул һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатындың кәүҙәһен йылғала тапҡандар.

«Әсәнең ҡайҙалығын асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү эштәре өҙлөкһөҙ дауам итте, шул иҫәптән Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водолаздары йәлеп ителде. Ҡатындың кәүҙәһе бөгөн Ағиҙел йылғаһында табылған. Ошо осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе теркәлгән. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, төрлө варианттар, шул иҫәптән әсә балаһын һыуға батырған һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған тигән фараз тикшерелә», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, аҙна башында 32 йәшлек әсәнең һәм уның бер йәшлек балаһының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында билдәле булды. Ул 15 сентябрҙә иртән улы менән сығып киткән һәм юғалған. Һуңынан төбәк Тәфтиш комитетынан сабыйҙың Ағиҙел йылғаһында үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иттеләр. 16 сентябрҙә «бәләкәй баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Хәбәрһеҙ юғалған әсәне эҙләү эштәре 19 сентябргә тиклем дауам итте.

http://www.bashinform.ru/news/1213229-v-bashkirii-obnaruzhili-propavshuyu-bez-vesti-zhenshchinu-mat-pogibshego-rebenka/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть