Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостанға 6 миллион кеше килгән – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанға 6 миллион кеше килгән. ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Ошо һандар бынан алдағы йылдарҙағы күрһәткестәрҙән күберәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсми иҫәпләүҙәр буйынса ғына йыл башынан республикала 1,7 миллион турист ял иткән. Шулай уҡ күпселек Башҡортостанға эшлекле сәфәрҙәр менән, республика шифахана-курорттарында дауаланырға килә.

Совет заманында уҡ республика ял итеү өсөн ҡыҙыҡтырғыс биләмә була торғайны, тип иҫкә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов.

– Беҙгә кеше ҡулы теймәгән тәбиғәтте, матур йылғаларҙы, тауҙарҙы күрергә килә инеләр. Һуңынан төрлө сәбәптәр арҡаһында ошо туристар ағымы бөттө. Ете-һигеҙ йыл элек ысын мәғәнәһендә ял итеүселәр ағымын тергеҙеүгә тотондоҡ, – тине Башҡортостан Башлығы.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса, Рәсәйҙең туристик субъекттары рейтингында Башҡортостан 11-се урынды биләй ине, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөн республика туризм күҙлегенән байтаҡ, шул иҫәптән Ҡытай, Һиндостан илдәре, Урта Азия дәүләттәре вәкилдәрендә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

– Беҙҙә иҫ киткес матур ерҙәр бар, уларҙа тейешле шарттар булдырырға  кәрәк. Республика бөтә нәмә, бик күп мөһим һәм ҡыҙыҡлы урындар булған билдәле төбәктәр иҫәбенә инә, – тине Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1212930-s-nachala-goda-bashkortostan-posetili-6-mln-chelovek-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть