Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына иң яҡшы бейеүгә конкурс иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата иң яҡшы бейеүгә конкурс башланды. Еңеүсенең эшен 2019 йылдың мартында юбилей сараларында башҡаралар.

Конкурсты Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән. Бейеү шулай уҡ ансамблдең 80 йыллығына арнала.

Күмәк башҡорт бейеүен ҡуйыусы балетмейстерҙар ҡатнаша ала. Бейеүҙәрҙе урында — республика район-ҡалаларындағы коллективтарҙа ҡуйырға кәрәк.

Конкурс өс турҙа уҙа. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество советы номерҙарҙы әҙерләгән урындарға барып ҡарай.

Бейеүҙәрҙе 2019 йылдың 21-22 ғинуарында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә тапшырыу ҡаралған.

Йөкмәткеһе һәм хореографик лексикаһы йәһәтенән иң үҙенсәлекле бейеү Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарына индерелә.

Ғаризаны 2018 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк: email: gaant39@mail.ru, eliza.gaant.rb@gmail.com. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 276-18-49, 8 (347) 276-18-19.

http://www.bashinform.ru/news/1212924-v-bashkirii-obyavlen-konkurs-na-luchshiy-tanets-k-100-letiyu-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть