Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә «таныҡлыҡһыҙ йөрөргә» рөхсәт итеүҙәре ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәйҙәргә водитель таныҡлығынан башҡа машина йөрөтөргә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Дөрөҫөн әйткәндә, уның төп нөхсәһенән тыш. Бының өсөн ЮХХДИ-ла мобиль ҡушымта уйлап сығарырға тәҡдим итәләр.

«Башланғысты ғәмәлгә ашырған осраҡта планшеты булған автоинспекторҙың смартфон йөрөткән водитель менән әңгәмәләшеү ваҡыты ярайһы уҡ ҡыҫҡара. Сөнки бер гаджетты икенсеһенә яҡын килтереү ҙә етә, унда бөтә мәғлүмәт яҙылып сыға. Мәҫәлән, юл-транспорт ваҡиғаһын йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәү ваҡыты биш минутҡа ҡәҙәр ҡыҫҡара», — тип баҫма ЮХХДИ башлығы урынбаҫары Владимир Швецовтың телмәренән өҙөмтә килтерә.

Дәүләт автоинспекцияһының ошондай башланғысы Рәсәй Президентының 2018 йылдағы май указы һәм документтар әйләнешен һанлаштырыу менән бәйле.

http://www.bashinform.ru/news/1212872-v-rossii-mogut-razreshit-ezdit-bez-prav/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть