Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанды ил иҡтисадын тотоп торған төбәктәр исемлегенә индергәндәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы ил иҡтисадын тотоп торған һәм тотоп торасаҡ (2024 йылғаса фараздар) ун төбәк исемлеген баҫып сығарҙы. Федерацияның ошо субъекттары, ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда тулайым төбәк продукты күләменең яртыһынан күберәген барлыҡҡа килтерә – 52,1%. Исемлеккә Башҡортостан Республикаһы ла ингән, тип хәбәр итә РБК.

Шулай уҡ алдынғыларҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Свердловск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Краснодар һәм Красноярск крайҙары һанала.

«Тулайым төбәк продукты буйынса мәғлүмәттәр ғәҙәттә бер аҙ һуңлап килеп сыға: Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2016 йыл һөҙөмтәләрен уҙған йыл аҙағында ғына баҫып сығарҙы. Иҡтисади үҫеш министрлығы үҙ фараздарында төбәктәрҙе бүлеп күрһәтмәй, ләкин үҫеш һәм төшөү буйынса рекордсыларҙы билдәләй», — тип яҙа баҫма.

Алдан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алты йылдан республиканың тулайым төбәк продукты 2 триллион һумдан артып китергә тейеш тип хәбәр итте. Ошо хаҡта төбәк етәксеһе  Рәсәй Президентының «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы яңы май Указына арналған кәңәшмәлә белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1213124-bashkiriyu-vklyuchili-v-spisok-regionov-na-kotorykh-derzhitsya-ekonomika-strany/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть