Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Республика Рус география йәмғиәтенең «География — балаларға» тигән яңы социаль проектына ҡушыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Рус география йәмғиәте яңы социаль проект башлай, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты Николай Касимовҡа һылтанып.

«Беҙ «География — балаларға» тип аталған яңы социаль проект, яңы социаль акция башлайбыҙ. Ул ата-әсәһеҙ ҡалған балалар өсөн махсус программа. Уның сиктәрендә балалар йорттарында Рус география йәмғиәте көндәре уҙа. Уларҙа беҙҙең төбәк операторҙары, йәштәр клубтары ҡатнаша. Бының өсөн күренекле лекторҙарҙы, фотографтарҙы, сәйәхәтселәрҙе йәлеп итәбеҙ. Улар оҫталыҡ дәрестәре уҙғара», — тине Касимов.

Йәмғиәт мәғлүмәте буйынса, акцияның маҡсаты географияны популярлаштырыуға, тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға, балаларҙы тәбиғәтте һаҡлау һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә ҡайтып ҡала. Проект ошо йылдың октябрендә башлана.

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә улар был башланғысҡа әүҙем ҡушылыуы тураһында хәбәр итте.

http://www.bashinform.ru/news/1212834-v-bashkirii-podderzhat-novyy-sotsialnyy-proekt-rgo-geografiya-detyam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть