Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт халыҡ йыры конкурсы йырсының 90 йәшенә арнала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

20 сентябрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында Абдулла Солтанов бүләгенә башҡорт йырын башҡарыусыларҙың Асыҡ конкурсы уҙа.

Абдулла Солтанов – халыҡ йырҙарын (оҙон көй) башҡарыу менән танылған уникаль һуҡыр йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Конкурс уның 90 йәшенә арнала.

Конкурста 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк ике йәш категорияһында һәүәҫкәр һәм һөнәри башҡарыусылар ҡатнаша ала.

Конкурста еңеүселәр дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

Абдулла Солтанов исемендәге бүләккә башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар Асыҡ конкурсы халыҡ йырын башҡарыу йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, урындағы башҡорт йыр фольклорын тергеҙеү, яңы талантлы башҡарыусылар асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1212988-konkurs-bashkirskoy-narodnoy-pesni-na-priz-abdully-sultanova-posvyatyat-90-letiyu-pevtsa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть