Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә граждандарҙы икенсе ергә эшкә урынлаштырыу өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 20 сентябрҙә граждандарҙы икенсе ергә эшкә урынлаштырыу өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа, тип хәбәр иттеләр Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Тәҡдим ителгән эш урындары араһында – ремонт буйынса слесарь, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, ашхана мөдире, участка начальнигы, КИПиА слесары, автомобиль водителе, бетонсы, изоляциялаусы һәм башҡа һөнәрҙәр.

Ғәҙәттәгесә, йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1213071-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-vakansiy-dlya-trudoustroystva-grazhdan-v-druguyu-mestnost/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть