Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы Башҡортостандың танылыуына булышлыҡ итә – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы республиканың танылыуына булышлыҡ итә. Ошо хаҡта кисә ТАСС агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Форум республиканың бөтә эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә ҡеүәтле дәртләндергес көс бирә. Ошондай ваҡиғалар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дөрөҫ фон төҙөй, уның мөһимлеген булдыра һәм яҡшы мәктәп булып тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Башҡортостан да дивиденттарын ала. Беҙгә килгән, беҙҙең хаҡта танып белгән аудитория киңәйә. Отелдәребеҙ, ресторандарыбыҙ тулылана.

Баш ҡала төбәктәренән тыш ошондай форумдар уҙғарыу биләмәләрҙең хәрәкәтсән үҫешеүенә булышлыҡ итә, тип айырып әйтте республика етәксеһе.

— Мәскәү форумдарға бай. Петербург – бик матур, ҡыҙыҡлы ҡала һәм унда миллионлап кеше килә. Ә Рәсәй Федерацияһының төпкөл урындарында урынлашҡан субъекттарға был йәһәттән нимә эшләргә? — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә лә ҡыҙыҡлы урындар булдырырға кәрәк. Бөтә был әүҙемлекте Рәсәйҙәге ике-өс ҡалаға ҡалдырырға ярамай ҙа инде. Был эшкә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен дә йәлеп итергә кәрәк. Ул илебеҙ өсөн мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең дүртенсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы үтә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо берләшмәләргә ингән дәүләттәр эшҡыуарҙарының үҙ-ара эш итеүе өсөн ошондай майҙансыҡ булдырыу инициаторы булып сығыш яһаны. 2015 йылдың июлендә Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарында был башланғысты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин хупланы.

- Был форум бөгөн бәләкәй һәм урта, эре эшҡыуарлыҡ өсөн кәрәк. Уға ҡыҙыҡһыныу ҙур, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Алдағы өс форумда беҙҙә Өфөлә 4 меңдән ашыу ҡатнашыусы – донъяның 26 иле һәм Рәсәй Федерацияһының 63 төбәге вәкилдәре булды.

http://www.bashinform.ru/news/1212863-forum-malogo-biznesa-shos-i-briks-sposobstvuet-uznavaemosti-bashkortostana-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть