Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ғаилә йылы: иң яҡшы мобиль ҡушымтаға конкурс иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү  һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты республикала Ғаилә йылына арналған  «Ғаиләләр өсөн иң яҡшы мобиль ҡушымта» конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте.

Ҡатнашыу өсөн ғаризалар 26 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс ике номинацияла уҙғарыла: «Ғаиләләр өсөн иң яҡшы мобиль ҡушымта» һәм «Ғаиләләр өсөн иң яҡшы мобиль ҡушымта идеяһы».

«Ғаилә бюджетын алып барыу, ғаилә ялын ойоштороу, мөмкинлектәре сикле ғаиләләргә хәрәкәт итеүҙә ярҙам, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, йәштәргә юл күрһәтеү өлкәһендәге социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән мобиль ҡушымта проекттары өлгө булып тора ала», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Мәғлүмәтләштереү  һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Алевтина Дауытова.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1212801-god-semi-v-bashkirii-obyavlen-konkurs-na-luchshee-mobilnoe-prilozhenie-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть