Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» - «Себер»: кем мәрәй йыйыр? КХЛ-дың даими чемпионаты уйынына фараз

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

18 сентябрҙә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы үҙ майҙанында «Себер»ҙе ҡабул итә.

Өфөләр ағымдағы миҙгелдә үҙ майҙанындағы бер уйында ғына еңеү яуланы: Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы еңелде — (4:3). Һуңынан «юлаевсылар» бер-бер артлы ике тапҡыр еңелде: «Аҡ Барыҫтан» (4:5)  һәм «Нефтехимик»тан (1:3).

Новосибирск боҙ дружинаһы быйылғы миҙгелдә шәп уйнамай: клуб бөтә ете матчтарҙа ла еңелде. Команданың баш тренерын да алмаштырҙылар, ләкин был да ярҙам итмәҫ, тип ышандыра хоккей эксперттары.

Бөгөнгө осрашыуҙа сенсация булырға мөмкин, тип иҫәпләй букмекерҙар. «Себер» үҙенә оҡшамаған, ләкин «Салауат Юлаев» та әлегә ҡыуандырмай.

Уйын Башҡортостандың баш ҡалаһында урындағы ваҡыт буйынса киске 7-лә башлана. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм КХЛ ТВ күрһәтә.

http://www.bashinform.ru/news/1212669-salavat-yulaev-sibir-kto-naberet-ochki-prognoz-na-match-regulyarnogo-chempionata-kkhl/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть